
План по проведению Года башкирского языка МДОБУ ЦРР д/с «Курай»
#МинБашҡортсаһөйләшәм
#ЯГоворюНаБашкирском
#Баштел2020
#БашЯз2020
#ДеньБашкирскогоЯзыка2020
#БашҡортТеле2020
#rcnt_rb
#УфаРЦНТРБ

«Ҡурай» балалар баҡсаһында "Йоҡла балам, йом күҙең" исемле ата-әсәләр араһында бишек йырҙары бәйгеһе уҙғарылды. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереүҙе, туған телебеҙҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған матур башланғыс Башҡорт теле йылына ярашлы ойошторолдо. Бәйгә төрлө номинациялар буйынса үтте.
Бишек йырын ишетеп үҫкән балалар, тыуған моңдарҙы сәңгелдәктән үк бала рухына һеңдергән ата-әсәйҙәр, олатай – өләсәйҙәр, бәйгелә сәмләнеп һәм дәртләнеп ҡатнашты. Бишек тыны тынмай яңғыраһын, бишектә бәүелеп үҫкән көслө рухлы киләсәгебеҙ үҫһен!

#БашҡортТелеЙылы#Сибайҡалаһының"Ҡурай" балаларбаҡсаһы
#МинБашҡортТелендәҺөйләшәм #Беҙҙеңуңыштар
Туған телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, яратыу хисе кесе йәштән башлана. Шуның өсөн башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең төп маҡсаттарының береһе - туған телгә һөйөү тәрбиәләү. Кескәйҙәргә башҡорт телендә йырларға, шиғырҙар ятлатырға, әкиәттәр һөйләргә өйрәтеү ҙур бәхеттер ул, ә уларҙың һөҙөмтәләрен күреү икеләтә бәхет. Беҙҙең "Ҡурай" балалар баҡсаһының тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре башҡорт теле йылына арнап үткәрелгән республика һәм ҡала кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашып киләләр. Республика кимәлендә үткәрелгән башҡорт халыҡ кейемдәре көнөнә арнап "Тылсымлы ҡурай" тип аталған видео белем биреү эшмәкәрлеген еңеүселәр исемлегендә күреүебеҙгә шатландыҡ, шулай уҡ балаларҙың һүрәт бәйгеләрендә лә грамоталар менән бүләкләндек. Сибай ҡалаһында башҡорт теле йылына арналған бөтә бәйгеләрҙә лә һыр бирмәй, төрлө дипломдар һәм грамоталар менән бүләкләнеп, "Ҡурай" балалар баҡсаһының моңон тағы ла нығыраҡ яңғыраттыҡ. Ҡурай сәскәһенең тажындай баҡсабыҙҙың тәрбиәселәренә һәм тәрбиәләнеүселәренә дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек теләйем.
#ШиғриТел
#годбашкирскогоязыка
#башҡорттелейылы
#Ҡоролтай#Королтай
#ВсемирныйКурултайБашкир#конкурс "Әсәм теле - сәсән теле"
Ғәзизова Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы
Сибай ҡалаһы "Ҡурай" балалар баҡсаһы
Абдулхаҡ Игебаев "Замандашҡа"

.Мбуксибайская-Цбс Детская--Модельная-Библиотека
#башҡорттелейылы
#годбашкирскогоязыка
#сибайкитапханалары
#библиотекисибая
#сибайбалаларкитапханаһы
#детскаябиблиотекасибай
"Башҡортса китап уҡыйбыҙ" фотоакцияһына "Ҡурай" балалар баҡсаһының "Осҡон" төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Зибарова Камилла ҡушыла.
Камилла башҡорт телендә иркен аралашмаһа ла, башҡорт әкиәттәрен тыңларға бик ярата, уларҙы отоп алып һөйләп тә ишеттерә. 4 йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Камилла хәрефтәрҙе таный һәм ижекләп уҡый ҙа белә.
К фотоакции "Читаем книгу на башкирском языке" присоединяется Зибарова Камилла воспитанница детского сада "Курай"


|