| 
ПЛАН РАБОТЫ ПО ГОДУ ПАМЯТИ И СЛАВЫ ПОСВЯЩЕННЫЙ 75 – ЛЕТИЮ ВЕЛИКОЙ ПОБЕДЫ МДОБУ ЦРР ДЕТСКИЙ САД «КУРАЙ»
Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамы. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә. “Ҡурай” балалар баҡсаһында данлы Еңеүгә арналған ҙур сара булып үтте. Байрамаға йәм өҫтәп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәҙерге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 94 йәшлек Әблүзин Ғәйзулла Мөхәмәт улы саҡырылғайны. Ғәйзулла олатай ҙур теләк менән саҡырыуҙы ҡабул итте, өҫтәүенә хөрмәтле ветерандың бүләһе Иҙел дә беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Осрашыу барышынды хөрмәтле ветераныбыҙ балаларға һалдаттарҙың һәм тыл эшсәндәренең ҡаһарманлығы һәм илһөйәрлеге, һуғыш балаларының фиҙаҡәрлеге хаҡында һөйләне, мәрхәмәтле , аҡыллы балалар булып үҫеүҙәрен теләне. Кескәйҙәр уны йотлоғоп тыңланы.
Кескәйҙәр иһә үҙ сиратында йырҙар йырланы, Еңеү тураһында шиғырҙар һөйләне, батырҙар бейеүен башҡарҙы һәм ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы Ошо осрашыу һәм әңгәмә йомғаҡтары буйынса балалар «Беҙ — тыныслыҡ өсөн!» темаһына һүрәттәр төшөрҙө, аппликациялар яһаны. Батырҙарҙың һәм ветерандарҙың бүлә-бүләсәләре үҙҙәренең ижади эштәрендә һуғышты нисек күҙ алдына килтереүҙәрен һәм бөгөнгө көндә яҡлауға мохтаж донъяны ҙур, яҡты һәм изге итеп күреүҙәрен күрергә мөмкин ине .


| |