Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 3
Пользователей: 0
Главная » 2019 » Октябрь » 8 » "Ғаилә менән театрға"
21:18
"Ғаилә менән театрға"

     

          "Ҡурай" балалар баҡсаһының "Йондоҙҙар" төркөмө кескәйҙәре бөгөн тылсымлы театр донъяһына сәйәхәт ҡылды. Театр йылында планлаштырылған "Ғаилә менән театрға" проекты сиктәрендә тәрбиәләнеүселәр Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының "Үгәй ҡыҙ" әкиәте премьераһын ҡарарға барҙылар. Тамаша геройҙары менән бергә үгәй ҡыҙ - Сәлимә өсөн янып-көйөп, изгелектең - яуызлыҡты еңеүенә, тырышлыҡтың ялҡаулыҡтан яҡшыраҡ икәненә инанып ҡайтты балалар. 
Ә сәхнә артында нимәләр бар һуң? Әкиәтте кемдәр әҙерләп күрһәтә? 
        Кескәйҙәр шаршау арты донъяһы менән танышыу маҡсатында театр буйлап экскурсия яһанылар. Костюмдар тегеү, реквизиттар цехтарында булдылар. Грим һалыу бүлмәһенә инеп актерҙар менән осраштылар. Әлфирә апай Йосопованың изге теләктәрен ихлас ҡабул иттеләр. Театрҙың рәссамы Зилә Юлай ҡыҙы сәхнәне нисек биҙәү тураһында мауыҡтырғыс итеп һәйләне. Костюмдар һаҡланған бүлмәлә иһә балалар төрлө кейемдәр кейеп тә ҡаранылар. Шулай итеп, кескәйҙәр тамашанан һәм экскурсиянан бик күп ыңғай тәьҫораттар алып кире баҡсаһына ашыҡты. 
Сибай драма театры коллективына яңынан-яңы ижади үрҙәр, балҡыштар теләйбеҙ! Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

   

Просмотров: 146 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Октябрь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .