Главная | | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS

 

Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Главная » 2019 » Октябрь » 31 » “Аяҡтарым юлда, күңелем – йырҙа...”
22:21
“Аяҡтарым юлда, күңелем – йырҙа...”

“Аяҡтарым юлда, күңелем – йырҙа...”
        Бөйөк шағир – Мостай Кәримдең ошо шиғыр юлдары беҙҙе әҙиптең тыуған төйәге - алыҫ Шишмә районы Келәш ауылына - тиклем оҙатып барҙы.
       20 октябрь, бөтә донъя менән шағирҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндө, тәүгә үҙ ишектәрен асҡан Келәш ауыл мәҙәниәт йортона тиҫтәләгән әҙәбиәт һөйөүсе йыйылған ине. Улар араһында 3 йәшлек бәләкәстәрҙән алып 70 йәшен уҙған ололар ҙа бар.
Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған III төбәк-ара тасуири уҡыу конкурсына быйыл 600 – гә яҡын видеояҙма ебәрелгән. Башҡортостандың барлыҡ райондарынан тыш, был бәйгелә күрше өлкәләрҙән, Балтик буйы республикаларынан, алыҫ Дағыстандан да ҡатнашыусылар булыуы ҡыуандырҙы.
       Кисә бик бай йөкмәткеле, илһамландырғыс булып йырға-моңға, илаһи шиғыр юлдарын үрелеп барҙы. Сәхнә түрен бер-бер артлы мәртәбәле ҡунаҡтар биҙәне: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы мөхәррире Салауат Кәримов, билдәле шағир, публицист ЛарисаАбдуллина. Улар Мостай Кәрим тураһындағы яҡты хәтирәләре, уның менән осрашыу мәлдәрендә кисергән хис-тойғолар менән бүлештеләр, шиғырҙарын яттан уҡынылар.
      Ә шағирҙың ҡыҙы – Әлфиә Мостафа ҡыҙы бәйгелә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: “Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ, атайым әйтмешләй, планетаның яҡты яғында йәшәгән кешеләр!” – тине.
“Ҡурай” балалар баҡсаһының “Аҡҡош” төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Таштимерова Әмилә балалар араһында I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Сәхнәлә “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын уҡып бөтә залды таң ҡалдырҙы. Миңә лә I дәрәжә дипломы алып ҡыуанырға насип булды.
      Бөйөк шағир йүгереп үҫкән урамдарҙы, ул тәгәрәп уйнаған болондарҙы күреү, данлыҡлы Ҡыҙҙар тауына менеү, ауылдаштары менән осрашыуҙар - бер ниндәй маҡтау ҡағыҙы һәм дәрәжәләр менән сағыштырмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы беҙҙең йөрәктәрҙә.
     Был бәйгене һәм сараны үткәргән Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Шишмә районы үҙәкләштерелгән китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

 

Просмотров: 501 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. . .
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . .