Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлектәре тәрбиәләнеүселәр һәм ата - әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға.
28-29 май көндәрендә “Ҡурай” балалар баҡсаһында дүрт сығарылыш иртәлеге булып үтте. Мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә тәрбиәләнеүсе 79 бала балалар баҡсаһы менән хушлашты. Сығырылыш кисәләре тантаналы, шул уҡ ваҡытта, тулҡынландырғыс һәм яманһыу ҙа булды. Юҡҡа ғынамы ни балаларҙың йырҙарында ла шундай һүҙҙәр бар: һау бул балалар баҡсаһы, һау бул, һау бул хуш инде, беҙҙең урынға тағы ла кескәйҙәр килер инде. Иртәлектәр бай йөкмәткеле һәм фәһемле ине. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Урмантаева Гөлфиә Зәкир ҡыҙы, Дәүләтбаева Вәсилә Борхан ҡыҙы, Дәүләтҡолова Нурсилә Рәсүл ҡыҙы, Аҡбулатова Гөлфиә Фуат ҡыҙы һәм музыка етәкселәре Шахморатова Альбина Миңлеғәле ҡыҙы, Йәнтүрина Нурзилә Нурғәле ҡыҙы иртәлектәрҙе балалар баҡсаһы тормошонан видеофильм презентацияһы формаһында ойошторҙолар. Сығарылыш төркөмө балалары баҡсалағы 5 йыллыҡ баласаҡ дәүерен оҫта итеп сәхнәләштереп күрһәтттеләр. Байрамда әкиәт геройы Үлмәҫйән тарафынан “кино төшөрөргә” тип ебәрелгән Мәскәй әбей ҡатнашыуы балаларҙың кәйефен күтәреп йәнләндереп ебәрҙе. Бим һәм Бом исемле клоундар байрамдарға тағы ла йәм өҫтәне.
Һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балалар төркөмөнән 4 бала мәктәпкә оҙатылды. Тәрбиәселәр Ишҡыуатова Зөһрә Миңлеғәле ҡыҙы һәм Рәсүлева Ләйсән Нуриман ҡыҙы балаларҙы белем иленә сәйәхәткә саҡырҙылар. Белем иленә илткән юлда әкиәт геройҙары бала ҡараусы тылсымсы Мери Поппинс, Айыухан һәм Маша балаларға төрлө уйындар уйнатты. Балалар тыңлауһыҙ Машаға тәртип ҡағиҙәләрен өйрәттеләр. Ә инде балаларҙың әсәйҙәре менән бергә бейеүҙәре иң тулҡынландырғыс һәм хисле булды.
Һәр иртәлектә лә балалар үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп ата – әсәләрҙе ҡыуандырҙылар, дәртле бейеүҙәре һәм моңһоу йырҙары менән һәр кемдең күңелен арбанылар. Традиция буйынса сығарылыш балаларын иң кескәйҙәр ҡотларға килделәр. Улар эстәлекле шиғырҙары, эскерһеҙ бейеүҙәре менән байрамға сафлыҡ, матурлыҡ өҫтәнеләр.
Ғәҙәттәгесә байрамдар һуңында балалар баҡсаһы етәксеһе Халисова Гүзәл Яныбай ҡыҙы балаларға иң беренсе документ – балалар баҡсаһын тамамлау тураһында дипломдар тапшырҙы, балаларға аҡыллы, тырыш уҡыусылар булып үҫеүен теләне, ата – әсәләрҙе буласаҡ уҡыусыларҙың таянысы – терәге, ярҙамсылары булырға өндәне.
Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ!
Выпускной бал в детском саду - это особое событие для каждого ребенка и его родителей, это первая ступенька во взрослую жизнь. С одной стороны это радостный, долгожданный праздник, с другой - немного грустное событие. Радостно педагогам от того, что их воспитанники переходят на новую жизненную ступеньку, а грустно - что приходиться расставаться с такими милыми, уже ставшими родными детьми. Выпускные утренники в детском саду прошли в теплой, дружеской обстановке. Праздничные утренники организованы в форме презентации видеофильма о жизни в детском саду. Дети непринужденно и очень раскованно смогли показать себя в роли малышей, только пришедших в детский сад, участвовали в представлениях, рассказывающие о жизни дошкольников в разных режимных моментах.
В течение всего утренника они показали свои знания и умения, которые приобрели за годы, проведенные в детском саду: спели много песен, рассказали стихи, порадовали танцами.
По сложившийся доброй традиции заведующая детским садом Халисова Гузель Янбаевна пожелала выпускникам доброго пути, успешной учебы, вручила первый документ - дипломы об окончании детского сада.
 |