Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2021 » Апрель » 23 » #Иңяҡшымәктәпкәсәбелембиреүойошмаһы
12:19
#Иңяҡшымәктәпкәсәбелембиреүойошмаһы

#Ҡурайбалаларбаҡсаһы

#Еңеү

          2021 йылдың 21 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле – балаларға" түңәрәк өҫтәле һәм "Башҡорт телендә уҡытыуҙы ойошторған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы" I төбәк-ара конкурсын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Сарала Сибай ҡалаһы “Бала үҫтереү үҙәге “Ҡурай” балалар баҡсаһы мөдире Алсу Фәнил ҡыҙы Аргимбаева ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдә милли төркөмдәрҙе ойоштороу, туған телдәрҙе өйрәнеү, интерактив технологияларҙы ҡулланыуҙа эш тәжрибәләре һәм проблемаларҙан сығыу юлдары тураһында Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының вәкилдәре, балалар баксалары мөдирҙәре сығыш яһаны. Түңәрәк өҫтәлдән һуң "Башҡорт телендә уҡытыуҙы ойошторған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы" I төбәк-ара конкурсында бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурс комиссияһы йомғаҡтары буйынса якшы һөҙөмтәләр күрһәткән 20 ауыл һәм 10 ҡала мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары билдәләнде. Беҙҙең “Ҡурай” балалар баҡсаһы конкурс комиссияһы йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип танылды. Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары, балалар өсөн башҡорт телендәге планшеттар һәм смартфондар, "Башҡортостан" картаһы-пазлы тапшырылды. “Ҡурай” балалар баҡсаһы коллективына артабанда ижади уңыштар һәм үрҙәр теләйбеҙ!

  

Просмотров: 56 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Апрель 2021  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .