Главная | | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS

 

Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Главная » 2019 » Декабрь » 12 » Иң шәп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу «Ҡурай» балалар баҡсаһында икән.....
22:58
Иң шәп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу «Ҡурай» балалар баҡсаһында икән.....

Иң шәп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу «Ҡурай» балалар баҡсаһында икән.....
Яңы йыл байрамын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.. Бына инде өс йөҙ йылға яҡын балаларҙын ғына түгел, оло йәштәгеләрҙен дә иң көтөп алған Яңы йыл ҡунаҡтары булып ҡала улар.
9 декабрь көнө Сибай ҡалаһының төп майҙанында Яны йыл шыршыһын асыу байрамы үтте Быйыл Яңы йыл ҡаласығы айырыуса матур итеп биҙәлгән. Байрам күрке ҡупшыҡай шыршы ҡап уртала күҙҙен яуын алып ултыра!
Ҡыш бабай,Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙарының майҙанға кырандастарҙа елеп килеп инеүе байрамдын ин сағыу мәле булғандыр,моғайын! Халыҡ бик күп йыйылған ине.
Төрлө коллективтарҙын сәхнәләге сығыштары байрам кәйефен бермә-бер арттырҙы. Балалар тауыштарынан һәм сәхнәнән янғыраған шат йырҙарҙан майҙан гөрләп торҙо.
Был матур саранан,әлбиттә, «Ҡурай” балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалманы. Беҙҙен хеҙмәткәрҙәрҙен төрлө-төрлө костюмдарҙа дәртле итеп сығыш яһауы барыһынын да күнеленә хуш килде һәм “Ҡурай” балалар баҡсаһы коллективы бер тауыштан 1урынға лайыҡ булды! Сарала ҡатнашыусыларға, ойоштороусоларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Яны йыл байрамдары күнелле үтһен!
Музыка етәксеһе: Әхмәтйәнова Айгөл Ренат ҡыҙы.

Просмотров: 444 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. . .
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . .