Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0
Главная » 2019 » Май » 19 » Иҫтәлекле осрашыу
13:28
Иҫтәлекле осрашыу

     

    Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамы. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә. 
     Бөгөн “Ҡурай” балалар баҡсаһында данлы Еңеүгә арналған ҙур сара булып үтте. 
     Байрамаға йәм өҫтәп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәҙерге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 94 йәшлек Әблүзин Ғәйзулла Мөхәмәт улы саҡырылғайны. Ғәйзулла олатай ҙур теләк менән саҡырыуҙы ҡабул итте, өҫтәүенә хөрмәтле ветерандың бүләһе Иҙел дә беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Осрашыу балаларҙың йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, тасуири шиғыр һөйләүҙәре менән аралашып барҙы. 
     Ғәйзулла олатай балаларға яу иҫтәлектәре тураһында һөйләне, мәрхәмәтле , аҡыллы балалар булып үҫеүҙәрен теләне. Кескәйҙәр уны йотлоғоп тыңланы. Осрашыу аҙағында балалар Ғәйзулла олатайға матур гөлләмә бүләк иттеләр. Хөрмәтле ветеран аҙаҡ балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре алдында ла Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, фотоларын күрһәтте, “Хәтер” китабы менән таныштырҙы. 
     Ғәйзулла Мөхәмәт улын юҡҡа ғына “үлеп терелгән” һуғышсы тип йөрөтмәйҙәр. Ул көслө шартлау аҫтында ҡалып иҫен юғалта, иптәштәре уны үлгән тип ерләргә булалар.Әйткәндәй, “Хәтер” китабында ла Ғәйзулла Әблүзиндың 1945 йылдың апрелендә һәләк булып, Бреслау ҡалаһында ерләнеүе тураһында яҙылған. 
     Ғәйзулла Мөхәммәт улы тыуған яҡтарына 1953 йылда ғына бөтөнләйгә әйләнеп ҡайта. Хәҙерге көндә лә ветеран оло булыуына ҡарамаҫтан бик әүҙем тормош менән йәшәй. 
Ил азатлығы өсөн яу яланында ятып ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ.            Балаларыбыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн йәнен аямай алышҡан олатайҙарын белергә бурыслы. 
     

     В детском саду “Курай” в очень теплой, дружественной обстановке прошла встреча с ветераном Великой отечественной войны Аблюзиным Гайзуллой Мухаметовичом. С огромным интересом дети старших и подготовительных групп слушали рассказ ветерана о тех нелегких испытаниях, выпавших на его долю. Воспитанники старших групп выступили перед ветераном с задорными плясками и песнями, рассказывали стихи о Родине.

   

Просмотров: 185 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Май 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .