Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2020 » Апрель » 27 » #Өйҙәяҡшыраҡ #Дистанционэшләйбеҙ
21:58
#Өйҙәяҡшыраҡ #Дистанционэшләйбеҙ

#Өйҙәяҡшыраҡ
#Дистанционэшләйбеҙ
#ҠурайБалаларБаҡсаһы
"Ҡурай" балалар баҡсаһының һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән коррекцион "Шатлыҡ" төркөмө тәрбиәләнеүселәре , #өйҙә ултырабыҙ
#Дистанционэшләйбеҙ акциялары шарттарында ИКТ технологияларын ҡулланып, ата-әсәләр менән берлектә, дистанцион рәүештә шөғөлләнеүҙәрен дауам итәләр.
Балалар менән күп эштәр ойошторолдо. ИКТ технологияларының яңы мөмкинселектәрен ҡулланыу балалар өсөн генә түгел, минең үҙем өсөн дә бик фәһемле булды. Интернет селтәрҙәренең контакт, ватсап, аша ғына түгел, “Скайп” программаһы буйынса дәрестәр биреү бик оҡшаны.
Дәрестәрҙә ҡулланған уйындар балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙе дауам итеп, ҡуйылған өндәрҙе телмәрҙә нығытыуға, башланғыс ябай математик төшөнсәләрҙе өйрәнеүгә, арауыҡтағы йүнәлештәрҙе белеүгә, баланың ижади үҫешенә, грамотаға өйрәнеүгә булышлыҡ итә.
Онлайн индивидуаль алып барылған эш балаларҙың ихтибарын, хәтер, логик фекерләүҙе, уй – зиһенен үҫтереүгә, сенсорик тәрбиә, күҙ ҡарашы менән тоҫмаллап, сағыштырып танып белеү тәжрибәһен байыта, "күҙ – ҡул" кординацияһын үҫтереүҙе дауам итә. Кескәй төркөмсәләге балалар менән сенсорик эталон төҫтәрҙе, дәүмәлде, геометрик фигураларҙы, аңлап таба белеүҙе, ҡул суҡтары моторикаһын үҫтерә.
Мультимедиа презентацияларынан торған яңы инфармацион каталог тупланым. Унда төрлө электрон уйын йыйынтыҡтары, күнегеүҙәр һәм ата-әсәләргә кәңәштәр йыйҙым. Рус телендәге төрлө электрон китаптарҙы, пособияларҙы, логопедик уйын программаларын һәм төрлө тренажерҙарҙарын компьютерҙә күрһәтеү өсөн ҡулланырға өйрәндем.
Бөгөнгө көндә беҙҙең алда балаларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу төп бурыс булып тора. Үҙемдең эшемдә ИКТ технологияһын ҡулланып балаларҙың һаулығына зыян килтермәй эшләүҙе бурыс итеп ҡуйҙым. Һаулыҡ һаҡлау технологияһы үҙ эсенә алған: күңелле ял минуттары, тын алыуға күнегеүҙәр, ҡул –суҡ моторикаһын үҫтереү, кинезиологик күнегеүҙәрҙе һәр ваҡыт ҡулланам. Компьютер артында һәм балалар яҙыу-һыҙыу эштәре алып барғанда күҙҙәргә бигерәк ҙур көсөргәнеш арта, ә дәрес ваҡытында күҙгә күнегеүҙәр эшләп, ял минуттары үткәреү бик файҙалы. Артабан, мәктәпкә барғас, ошо һаулыҡ һаҡлау өсөн ҡулланған күнегеүҙәрҙе балалар үҙ - аллы ҡуллана алырҙар тип уйлайым.
Шулай итеп, ИКТ, һаулыҡ һаҡлау, проектлау технологиялары коррекцион төркөмдәге балалар менән эшләүгә бик ҙур ярҙам итә.

#Өйҙәяҡшыраҡ #Дистанционэшләйбеҙ акцияһында ҡатнашҡан,
балалары менән әүҙем шөғөлләнгән ата-әсәләргә рәхмәтемде белдерәм.

 

Просмотров: 103 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .