Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0
Главная » 2019 » Сентябрь » 8 » Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлегенә өйрәтеү
22:53
Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлегенә өйрәтеү

     21-се быуатҡа аяҡ баҫыуыбыҙға бик күп ваҡыт та үтмәгән һымаҡ, ләкин кешелек донъяһы үҫеше бик ныҡ алға китте. Көндән –көн яңы технологиялар менән кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса яңылыҡтар булып тора.Ә иң йылдам уҫешкәне хәрәкәт транспорты - еңел машиналар.Кеше үҙенең тормошон машинаһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Машиналар менән бергә проблемалар ҙа күбәйә.Бигерәк тә балалар менән бәйләнгән юл-хәрәкәте фажиғәләре оло ҡурҡыныс тыуҙыра.Күп осраҡта фәжиғәләрҙә бала үҙе ғәйепле булып сыға. Сәбәбе : балалар юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүе , һанға һуҡмауы, өлкәндәрҙең юл-хәрәкәте хәуефһеҙлегенә ҡул һелтәп ҡарауы. Тимәк ,был фажиғаләрҙе булдырмаҫ өсөн балаларҙы хәүефһеҙлеккә өйрәтергә кәрәк . Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың күп ваҡыты балалар баҡсаһында үтеуе сәбәпле юл-хәрәкәте хәүефһеҙлегенә өйрәтеү балалар баҡсаһында эшләусе педагогтарҙың төп бурысы. Сибай ҡалаһы “Ҡурай ” балалар баҡсаһында балаларҙы юл-хәрәкәте хәүефһеҙлегенә өйрәтеү беренсе көндән башлана . Сөнки мәктәпкә барғансы бала үҙен урамда нисек тоторға ,ҡурҡыныс осраҡ килеп сыҡһа нимә эшләргә кәрәклеген аныҡ белергә ,ситуацияны тыныс, дөрөҫ баһаларға тейеш .Педагогтар алдында бик ҡатмарлы бурыс тора, нисек үтәргә? «Ҡурай» балалар баҡсаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса системалы эш алып барыла. Ата - әсәләр менән берлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса бөтә шарттар ҙа булдырылған.

«Тылсымлы балаҫ» бөтә тамғаларҙы үҙенә бергә йыйған.

Тағы ла методик һәм дидактик материалдар, макеттар, уйынсыҡ машиналар куп.

Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеген “ярай”, “ярамай”- тип һүҙ менән генә түгел ,ә уйын аша өйрәтеүгә күп көс һалына.

Мәҫәлән, “Юл ҡағиҙәләре белгестәре” уйынында ,балалар светофорҙың төҫтәре буйынса өс командағы бүленеп , юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙәре буйынса көс һынаштылар .Был ярышта «Аҡҡош » төркөмө беренсе урын алып тәрбиәселәре Гөлшат Зияй ҡыҙын ихлас кыуандырҙылар.

Балаларға бигерәк тә ҡырҡылған һүрәттәрҙән “ Тамғаны дөрөҫ йыйыу”, “ Кем юлдан дөрөҫ итеп аша сыға “ уйындары оҡшаны . Был сараға ҡаланың юл хәүефһеҙлеге инспекторы саҡырылды.Ул балалар менән бик тиҙ уртаҡ тел тапты,уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, балаларға үҙе лә һорауҙар бирҙе. Балаларҙың төплө яуаптарынан биҡ ҡәнәғәт ҡалды.

Юл-хәрәкәте фажиғаләрендә балалар ғүмере өҙөлмәһен, ата-әсәйҙәргә ҡайғы килмәһен өсөн алда эшләйһе эштәр күп әле.

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен бөтәһе лә теүәл үтәһен, боҙмаһын. Юл-хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре бөтәһе өсөн дә бер.

Сибай ҡалаһы «Ҡурай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Хасаева Г.

Просмотров: 244 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Сентябрь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .