Баланың һәләте бәләкәй саҡтан уҡ билдәле була, ә ошо һәләттәрҙе кешеләргә күрһәтерлек саралар булып торһа бигерәк тә яҡшы. Богон ҡаланың үҙәк майҙанында олоһо өсөн дә, кесеһе өсөн дә «Йырсы ҡар бөртөктәре» тип аталған конкурс тың гала концерты үтте. Беҙҙең «Ҡурай» балалар баҡсаһынан Нәдиә Сафина был конкурста үҙенең һәләтен тулыһынса тамашасыларға күрһәтә алды һәм лайыҡлы 2 урынды яуланы. Нәдиә киләсәктә лә яңы үрҙәр яулауына шик ҡалдырмай, сөнки уның моңло тауышы хәҙерҙән үк һоҡланыу уята. Был конкурсты ойоштороусыларға, ата – әсәләр, үҙебеҙҙең коллектив исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм алдағы көндәрҙә лә конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып «Ҡурай» балалар баҡсаһына йөрөгән тәрбиәләнеүселәрҙе йондоҙҙай балҡытырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ә буласаҡ йондоҙҙар өсөн ошондай юғары кимәлдә ойошторолған, ғәҙел баһаланған саралар булып торһон.
|