Главная | | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS

 

Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Главная » 2020 » Апрель » 27 » ”Кеше рәхәткә сыҙамай, ҡыйынға сыҙай".
22:15
”Кеше рәхәткә сыҙамай, ҡыйынға сыҙай".

Халыҡта шундай әйтем бар: ”Кеше рәхәткә сыҙамай, ҡыйынға сыҙай". Ниндәйҙер кимәлдә был әйтем бөгөнгө хәлебеҙгә тура килә. Кешелек рәхәт тормоштоң ҡәҙерен белер өсөн, ауырына ла түҙергә, тормоштоң һәр осоронан йәм табып йәшәп өйрәнергә тейештер. Өйҙә ултырыу ололар өсөн генә түгел, балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр алдына ла һынау ҡуйҙы: мәктәптә уҡыған апай-ағайҙар шөғөлләнгән саҡта тауышланырға ярамай, теләгән ваҡытта тышҡа сығырға ярамай, хатта балалар баҡсаһына ла йөрөргә ярамай. Ә нисек көндө үткәрергә һуң? Нисек мәктәпкә әҙерләнергә, уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәнергә, яңы уйындар өйрәнергә? Ошо күп төрлө һорауҙарға “Ҡурай» балалар баҡсаһы педагогтары, ата-әсәләр менән берлектә яуап тапты һәм кескәйҙәр өсөн дистанцион белем биреү эшмәкәрлектәрен ойошторҙо. Уҡыусы балаларға ҡамасауламаҫ өсөн эштәр кистән ебәрелә һәм балаларҙың кәйефтәренә, хәл-тороштарына ҡарап үҙҙәре теләгән ваҡытта эште үтәйҙәр. Физинструктор иртәнге гимнастика, физик күнегеүҙәр өсөн яуаплы булһа, логопедтар һүҙҙең составын тикшерә, өндәр менән уйнай, һөйләмде дөрөҫ төҙөргә өйрәтә. Музыка етәксеһе балалар менән әүҙем рәүештә Бөйөк Еңеүгә йырҙар әҙерләй. Ә тәрбиәселәр кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта мәғлүмәтле лә ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәрен дистанцион ойоштора. Был эш ысулы педагогтарҙан оло оҫталыҡ һәм бик күп ваҡыт талап итә. Сөнки бала бөтә яңылыҡҡа уйын аша өйрәнә; йәш үҙенсәлектәренә ярашлы дидактик уйындар әҙерләү, конкурсҡа материалдар табыу, логик фекерләү һәләттәрен үҫтереүгә ҡоролған уйындарҙы барлау мотлаҡ.
Өйҙә ултырыу режимында ата-әсәләргә балалар менән ауырыраҡ булһа ла, улар балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең нисек шөғөлләнеүҙәре менән яҡындан танышты. Алдағы көндәрҙә лә бергә эшмәкәрлекте дауам итеү, балаларҙың белемгә ынтылышын һүндермәү - уртаҡ бурыс. Ошондай ваҡытта ата-әсәләрҙең педагогтар менән бергәләп эшләүе, аңлап ҡарауы баһалап бөткөһөҙ. Ауырлыҡтар артта ҡалыр, тормош элеккесә дауам итер, ә иң мөһиме кешелеклекте юғалтмаҫҡа, балаларға өлгө булырға кәрәктер.

 

Просмотров: 343 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. . .
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . .