Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2020 » Апрель » 15 » #Мәғәриф #УҡытыусыБатырлығы #ҠУРАЙ_балалар_баҡсаһы #Образование #Подвигучителя
21:07
#Мәғәриф #УҡытыусыБатырлығы #ҠУРАЙ_балалар_баҡсаһы #Образование #Подвигучителя

 #Мәғәриф #УҡытыусыБатырлығы #ҠУРАЙ_балалар_баҡсаһы
#Образование #Подвигучителя

 

  Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу уңайлы “#Уҡытыусы_батырлығы” исеме аҫтында ойошторолған акцияға ҡушылып оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының 8 – се һанлы мәктәбендә директор вазифаһын алып барған Рыскильдина (Әбсәләмова) Сафия Яңыбай ҡыҙының тормошо тураһында яҙып үткем килә. Уның бала сағы беҙҙең илдә колхоз урынлашҡан саҡта үтһә, йәшлеге инде Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тап килә. Йәш кенә, әле бала ҡоронан да сығып етмәгән Сафия Яңыбай ҡыҙы ауыр йылдарҙың бөтә әсе – сөсөһөн дә татып өлгөрә.
Сафия Яңыбай ҡыҙы 1925 йылдың 10 сентяберендә Матрай районы Һултантимер ауылында күмәк балалы ғаиләлә икенсе бала булып доньяға килә. Ғаиләлә 8 бала үҫәләр. Рыскильдиндар ғаиләһе үҙҙәренең уҡымышлы, тырыш, эшсән булыуҙары менән ауылда дәрәжәле, абруйлы ғаиләләрҙең береһе булып һанала. Атаһы Яңыбай Ғәлләм улы шундай баҫалҡы, тыныс холоҡло, белемле кеше була, ул Орск ҡалаһында Ҡарауанһарайҙа белем алған, төрөк, ғәрәп телдәрен яҡшы беләгән кеше. Ғәлләм ҡартатаһы ла дин китаптарын ғәрәп теленән башҡортсаға тәржемә иткән, уҡырға теләүселәрҙе уҡырға өйрәткән, мулла булған.
Сафия Яңыбай ҡыҙына 4 йәше тулғас, атаһы Ырғыған тигән ауылға нигеҙ һалып, өй төҙөп ғаиләһен күсереп алып китә. Был ауыл бөгөнгө көндә юҡ та инде, тик нигеҙ таштары ғына тороп ҡалған. Колхоз башланғас, 1931 йыл Ырғыған ауылы ерен конзавод итеп колхозға бирәләр, ауылда йәшәгән кешеләрен күрше Түш (Мырҙа) ауылына күсерәләр. Атаһы Яңыбай Ғилман улы Байҡара руднигы фабрикаһына эшкә төшә һәм ғаиләһен Байҡара ауылына күсерә, бергә йәшәгән ҡарт атаһы менән ҡарт әсәһен Түш (Мырҙа) ауылына урынлаштыра. 1931 йыл Сафия Яңыбай ҡыҙы беренсе класҡа Байҡара мәктәбенә белем алырға бара. Мәктәптә тик яҡшылы билдәһенә генә уҡый.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Сафия Яңыбай ҡыҙы 9 классты бөткән була. Ауылдарҙағы бөтә ир – егеттәрҙе фронтҡа алалар. Төхвәт ағаһы ла фронтҡа китә. Атаһының һаулығы ныҡ насарайғас уны ауылда ҡалдыралар. Тормош ауырлығы әсәйҙәр, бала-саға, ҡарттар елкәһенә төшә. Ауылда ауыр тормош башлана, колхоздағы ер һөрөү, һуҡалау, тырмалау кеүек эштәрҙе үгеҙҙәр, һыйырҙар ярҙамында катын – ҡыҙҙар, балалар башҡаралар.
Байҡара фабрикаһында ла эшләргә ир – егеттәр ҡалмағас ҡатын – ҡыҙҙарҙы, балаларҙы эшкә йыйалар. Сафия Яңыбай ҡыҙы ла был фабрикаға моторист булып эшкә төшә. Ауыр һәм ҡатмарлы эш һөнәрен яңы ғына мәктәп эскәмйәһенән сыҡҡан ҡыҙ балаға тиҙ арала өйрәнергә тура килә. Ул ялһыҙ, ас көйөнсә бар көсөн эшкә һалып, план үтәргә тырыша. Фабрикала хеҙмәт итеү шарттары ла бик насар хәлдә була, махсус эш кейемдәре, бирсәткәләр, ауыр эшкә яраҡлы аяҡ кейемдәре булмай. Эшсәндәргә ауыр эш шарттарында эшләргә тура килә, йәрәхәтләнеү осаҡтары йышая. Эшселәрҙе туҡландырыу ҙа көнөнә бер тапҡыр ғына булдырыла, план үтәүселәргә генә өҫтәлмә туҡланыу ҡаралған, әммә был шарттарҙа пландың үтәлешен тормошҡа ашырыү күптәргә хыял булып ҡына ҡала, һәм фабрика оҙаҡламай ябыла . Ауылда эш бөтә. Ҡурҡыныс аслыҡ, яланғаслыҡ йылдары башлана. Халыҡты ауыр һынауҙар көтә.
Яңыбай Ғәлләм улы ғаиләһе менән 1942 йылда Баймаҡҡа күсергә мәжбүр була, Сафия ҡыҙын өләсәһе Асия Хиббат ҡыҙы һәм ҡартатаһы Ғәлләм Суфыян улы менән Түш (Мырҙа) ауылында ҡалдыра. Күп кенә уртаса йәштәге балаларҙы (ФЗУ) фабрика – заводтарға эшселәр эҙерләү мәктәбенә йыйып алып китәләр, күптәренең аслыҡтан ФЗУға барып етмәйенсә үлеп ҡалған саҡтары ла була. Сафия Яныбай ҡыҙын да алып китергә теләйҙәр, тик ул райөн үҙәгенә, Матрай районы Юлдыбай ауылына эш һорап юллана. 9 классты тик “яҡшы”ға ғына бөттө тигән Байҡара урта мәктәбенән справкаһы ла була ҡулында. Был справканы күргәс Сафия Яныбай ҡыҙын ҡуш ҡуллап уҡытыусылыҡҡа Рафиҡ ауылы мәктәбенә ебәрәләр.
Рафиҡ ауылында 1941 йылда уҡытыусы булып эш башлағанында 17 йәше тулған була. “Мәктәпкә балалар алама ғына кейемдә, ялан аяҡ килеүҙәре, ас булыуҙары менән иҫемдә уйылып ҡалған... Иҫләһәм һаман да йөрәгем һыҙлай... Мәктәпте күбеһенсә киҙәк яғып ҡына йылыттыҡ, сөнки ялан ауылдарында утын бөтөнләй юҡ ине. Дәрестәр бөткәс балаларҙың саналары менән ағаслыҡтарға барып ботак, ҡоро ағас йыйып иртәгелеккә әҙерләй инек” – тип иҫләй Сафия Яңыбай ҡыҙы.
Һөнәренә бик етди ҡарай ул, тырышып эшләй, эшенең һөҙөмтәһен күрергә тырыша, балаларға яғымлы була, уларҙы хөрмәт итә, бар хәленсә уларға ярҙам итергә тырыша. Тырыш эшсән ҡыҙҙың эш һөҙөмтәһен районда ла күрәләр, маҡтау һүҙҙәре менән баһалап торалар. Бер урында ғына эшләргә тура килмәй уға, ҡайҙа уҡытыусы етешмәй, шунда ебәрәләр, унан һөҙөмтә көтәләр. Шулай итеп, артабан ул Воскресенское ауылы эргәһендәге Пионер бүлексәһендә уҡыта, уҡыусыларҙың көҙгө каникулдары ваҡытында ситтән тороп Темәс ауылында урынлашҡан педагогик училищеһына уҡытыусылыҡҡа уҡырға керә. Был уҡыуында ла һынатмай ҡулына ҡыҙыл диплом ала тырыш ҡыҙ.
Педучилищела уҡыған сағында училище директоры уға Өфөгә барып юғары белем алырға кәңәш бирә, тик райондан рөхсәт бирмәйҙәр: “Һине ебәрһәк кем эшләйәсәк?” – тип районда ҡалдыралар. Сафия Яныбай ҡыҙына, йәш булыуына ҡарамаҫтан яуаплы һәм мөһим эш йөкмәтәләр: уға Матрай районының бөтә мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерергә ҡушалар. Транспорт, ат булмауы сәбәпле япа - яңығыҙы бер береһенән күпкә алыҫ торған ауылдарҙы йәйәүләп йөрөп мәктәптәрҙең торошон тикшерә. Мәктәптәрҙе ҡышын йылытырға тиҙәктәр әҙерләнгәнме, уҡытыусының, уҡыусыларҙың ултырғыстары, парталары етешәме, таҡталары бармы, шуларҙың барыһын да ентекләп тикшереп сыға йәш уҡытыусы.
1944 йыл Рафиҡ ауылында эшләгән сағында Түш (Мырҙа) ауылы егете Әбсәләмов Ғилман Хайбулла улы менән таныша. Бер аҙҙан һуң улар матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ғилман Хайбулла улы көслө рухлы, бик эшлекле, тырыш кеше булып сыға. Һуғыштан ул бер аяғын юғалтып ҡайта, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙ ҡулдары менән үҙенең аяғына протез эшләп алып, Түш (Мырҙа) ауылында тәүҙә бухгалтер, аҙаҡ инде колхоз председателе булып эшләй, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ауылды күтәрергә тырыша. Уның эшлеклелегенә, ышаныслы кеше икәненә һоҡланып Сафия Яңыбай ҡыҙы үҙенең тормошон уның менән бәйләргә риза була. Йәш ғаилә Түш (Мырҙа) ауылында төпләнәләр, ике ҡыҙ балаға Зифа менән Гөлшатҡа ғүмер бирәләр.
1954 йыл Сибай ҡалаһына күсеп киләләр. Сафия Яңыбай ҡыҙы Сибай калаһына күсеп килгәс “Тимер юл балалар баҡсаһына” тәрбиәсе булып эшкә төшә. Бер йылдан һуң ул Сибай ҡалаһының Таулы (Горный) ҡасабаһында урынлашҡан 5 - се һанлы мәктәбенә башланғыс класстары уҡытыусыһы булып күсә. 1960 йыл 8 - се һанлы мәктәптең директоры итеп ҡуялар. Үҙенең яңы вазифаһында абруйлы, хөрмәткә лайыҡлы педагог булып 1981 йылға тиклем эшләй. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Иң мөһим баһа булып 1964 йыл Башҡортостан АССР-ы Верховный Советы Президиумы указы менән “Башҡортостан АССР-ы мәктәбенең Атҡаҙанған Уҡытыусыһы” тигән почетлы исеме бирелә.
8 – се һанлы мәктәптең яңы бинаһы төҙөлгәс, мәктәп директоры вазифаһынан баш тарта Сафия Яңыбай ҡыҙы һәм шул яңы мәктәптә 4 - 5 класс уҡыусыларына математика дәрестәренән уҡыта. 1983 йыл Сибай коррекцион мәктәбенә тәрбиәсе булып урынлаша. Ошо мәктәптән хаҡлы ялға китә. Тормош юлдары нисек кенә ауыр булмаһын, ниндәй генә ҡыйынсылыҡтар осрамаһын, Сафия Яңыбай ҡыҙы һәр саҡ үҙенә тоғро булып ҡала, үҙенең алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешергә тырыша. Шулай уҡ үҙенең балаларына ла, уҡыусыларына ла яҡшылыҡҡа ышанырға, ғәҙел булырға, эш һөйөргә, тыуған ил, Башҡортостаныбыҙ менән ғорурланырға өйрәтә.
Беҙ бөгөн һеҙҙең тәжрибәгеҙ алдында баш эйәбеҙ, хөрмәтле Сафия Яңыбай ҡыҙы Рыҫкильдина (Әбсәләмова), бөтмәҫ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, һеҙҙән үрнәк алабыҙ! Рәхмәт һеҙгә!

Просмотров: 121 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Апрель 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .