Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғәриф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил иғорурлығы һәм таянысын үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Беҙ һеҙҙең матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ, фиҙаҡар хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлылығыҙ алдында баш эйәбеҙ!
Хөрмәтле уҡытыусылар! һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! уҡыусыларығыҙҙың, тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Профессиональ байрамығыҙ мөбәрәк булһын! |