Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0
Главная » 2020 » Октябрь » 21 » “Ҡурай” балалар баҡсаһында- ҙур еңеү!
00:13
“Ҡурай” балалар баҡсаһында- ҙур еңеү!

        “Ҡурай” балалар баҡсаһында- ҙур еңеү!
     ”Аҡбуҙат” республика балалар журналының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап ойошторған Асыҡ республика шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды.
    Унда мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Дөйөм алғанда, конкурсҡа республиканың бик күп райондарынан, Силәбе өлкәһенән 81 эш килеп, баһалама комиссияһы ағзалары тарафынан тикшерелде.
     Сараның бағыусыһы – шағирәнең тормош иптәше, Рәсәйҙең почетлы архитекторы Урал Ураҡсин бүләкләү фонды булдырҙы. Ул етәкселек иткән баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәр араһында алты урын билдәләне. Һәм ошо алты бала араһында “Ҡурай” балалар баҡсаһынан Мәүлит Ласынов 3 урынға лайыҡ булды.
     Һәләтле, шаян, күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған Мәүлит, тыуған ҡалабыҙҙың данын арттырҙы, уны еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, уның менән ғорурланабыҙ.

Просмотров: 71 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Октябрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .