Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
РЕСУРСНЫЙ ЦЕНТР "Мир без преград"
НОКО
Мини-чат
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2018 » Ноябрь » 7 » Валиева Нурия Зиннур ҡыҙын Башҡортостан республикаһының "Йыл тәрбиәсеһе - 2018" профессиональ бәйгеһендә еңеүе менән тәбрикләйбеҙ!
14:24
Валиева Нурия Зиннур ҡыҙын Башҡортостан республикаһының "Йыл тәрбиәсеһе - 2018" профессиональ бәйгеһендә еңеүе менән тәбрикләйбеҙ!

2 ноябрь көнө Мәғәриф үҫтереү институты бинаһында Башҡортостан республикаһының "Йыл тәрбиәсеһе - 2018" профессиональ бәйгеһе йомғаҡтары билдәләнде. Бәйге положениеһына ярашлы бер ай эсендә тәрбиәселергә төрлө һынауҙар үтергә кәрәк булды: интернет - ресурстарын баһалау, балалар менән белем биреү эшмәкәрлеге үткәреү, оҫталыҡ класстары һәм эш йүнәлештәре буйынса проект эштәре менән сығыш яһау.

Быйылғы уҡыу йылында 51 педагог ҡатнашты.

   Сибай ҡалаһының данын беҙҙең "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Валиева Нурия Зиннур ҡыҙы яҡланы. Ул бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп 10 иң яҡшы педагогтар рәтенә инде һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғәриф министры Шафиҡова Гөлназ Радмил ҡыҙы ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Валиева Нурия Зиннур ҡыҙы "Халыҡ традицияларын һаҡлау" номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Бынан тыш, бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан "Рәхмәт хаты" менән бүләкләнде. Беҙ нурия Зиннур ҡыҙын оло еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, алдағы фиҙәҡәр эшендә тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүен, иҫәнлек - һаулыҡ теләйбеҙ!

   

Просмотров: 187 | Добавил: kuraysibay | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
. .
ВАЖНО!
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!
АФОРИЗМЫ О ВОСПИТАНИИ
Календарь
«  Ноябрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930
Архив записей
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ
. . . . . . . . . . . . . . . > .